Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июль 2012, 12:43

Республикала «Йыл эшҡыуары» конкурсы иғлан ителде

Башҡортостанда сираттағы «Йыл эшҡыуары» республика конкурсы иғлан ителде. Уны БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты үткәрә.
Конкурсҡа йомғаҡ Стәрлетамаҡта «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форум-күргәҙмәһе сиктәрендә яһаласаҡ. Заявкалар бер ай дауамында, ағымдағы йылдың 1 авгусынан башлап ҡабул ителә.
Ҡатнашыу өсөн заявкалар Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1 адресы буйынса БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһында ҡабул ителә. Телефондар: (347) 264-62-90, 243-38-37.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр Дәүләт комитеты сайтының «Конкурстар, күргәҙмәләр, кәңәшмәләр» бүлегендә урынлаштырылған положение менән танышырға тейеш.
Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән тәбрикләнәсәк.
Автор: Любовь Колоколова
Читайте нас