Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
11:28 (UTC+5), 23 Июля 2012

«500 ферма» программаһы яңы йүнәлештәр менән тулыландырылды

Ғәлиә Нәбиева
«500 ферма» республика программаһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер субсидияларҙы иҫке биналарҙы яңыртҡанда һәм реконструкциялағанда ғына түгел, яңы заманса малсылыҡ комплекстарын төҙөгәндә лә алырға булы, тип асыҡланылар республиканың аграр ведомствоһынан. Иглин районы аграрийҙарын был үҙгәрештәр менән Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов таныштырҙы. «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса районда зона кәңәшмәһе үтте.
— Проектҡа юҡҡа ғына бындай ҙур иғтибар бүленмәй, - тип иҫәпләй министр урынбаҫары. – Эксперттар фекеренсә, был комплекслы программа төбәктең малсылыҡ объекттары эшмәкәрлеген бөтөнләй яңы кимәлгә сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта һөт малсылығының сифат күрһәткестәре артасаҡ, сығымдар ҡулайлаштырыласаҡ.
Кәңәшмәлә шулай уҡ программала ҡатнашыусы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре отчет менән сығыш яһаны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика