13:17 (UTC+5), 20 Июля 2012

Республика Хөкүмәте менән «Ингосстрах» компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
20 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте «Ингосстрах» асыҡ страховкалау акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм «Ингосстрах» асыҡ страховкалау акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Григорьев ҡул ҡуйҙы. Страховкалау компанияһы делегацияһы республика етәкселеген төбәктә тәҡдим итерлек бер нисә финанс инструмент менән таныштырҙы. Эшлекле осрашыуҙар барышында Башҡортостанда страховкалау баҙарын артабан үҫтереү, предприятиеларҙы һәм халыҡты яҡлау мәсьәләләре тикшерелде.
Александр Григорьев ауыл хужалығын страховкалауға айырым иғтибар йүнәлтте.
— Беҙҙең илдә ауыл хужалығын страховкалау системаһы дөрөҫ булдырылмаған, - тине ул. – Беҙ һәр ваҡыт уны камиллаштырырға тырышабыҙ. Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һөйләшеү барышында ауыл хужалығын страховкалау алымдарын системалы үҙгәртеү мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтте.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Александр Григорьевтың тәҡдимдәрен хупланы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең страховкалау баҙарын яҡшыртыу буйынса эш төркөмөн булдырырға ҡушты, тип билдәләне ул.
— Беҙҙең баҙар тотороҡло һәм етди булырға тейеш, - тине Азамат Илембәтов. – Шулай уҡ хәүеф янаған тармаҡтарҙы асыҡлау өсөн комплекслы анализ да кәрәк. Бөгөн ауыл хужалығында беҙ иҫәп тотҡан уңыш юҡ. Әгәр ауыл хужалығы биләмәләре тейешле кимәлдә страховкаланған булһа, юғалтыуҙарҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшөн ҡаплай алыр инек. Шуға күрә республика беҙгә «Ингосстрах» кеүек ҙур компанияларҙың килеүен теләй. Был йүнәлеш беҙҙең өсөн үтә мөһим.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика