Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июль 2012, 18:44

Башҡортостан Президенты эске һыу транспортын үҫтереү мәсьәләләрен комплекслы тикшерергә ҡушты

Йома, 20 июлдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының эске һыу транспортын үҫтереү» темаһына кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыу өсөн министрлыҡ һәм ведомстволар, һыу транспорты предприятиелары етәкселәре, Өфө, Ағиҙел, Бөрө ҡалалары, Благовещен районы хакимиәттәре башлыҡтары, контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре саҡырылды.
Кәңәшмә башында республика башлығы бөгөнгө көнгә етди һәм актуаль булған проблема – йылғаларҙың һайығыуын билдәләне, уның һөҙөмтәһендә Ағиҙел йылғаһында судоходствоны юғалтыу хәүефе барлыҡҡа килде.
— Бөгөн хәл 2010 йылға ҡарағанда насарыраҡ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һыу һаҡлағыстарға һыу торған һайын әҙерәк килә.
Әммә, Президент билдәләүенсә, һыу запастары беҙҙә бар, һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ.
Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов өс мөһим проблеманы билдәләне. Беренсеһе – йылға, Ағиҙелдә һыу кимәле кәмеүе, суднолар йөрөшө өсөн был ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Пассажирҙар һәм йөк ташыусы суднолар тотҡарлана, улар Ағиҙел йылғаһы буйлап Бөрөнән ары китә алмай. Әммә, Рөстәм Зәки улы һүҙҙәренсә, йылғалаҙың һайығыуы – ҡоролоҡ эҙемтәләре генә түгел, йылға үҙәндәрендә эшмәкәрлектең контролдә булмауы ла быға сәбәп.
— Был йәһәттән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының, һаҡ структураларының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү зарур, - тигән бурыс ҡуйҙы республика Президенты.
Икенсе проблема порттарҙың булыуына һәм уларҙың эшләүенә бәйле. Йылғаларҙың торошона техник яҡтан йоғонто яһауҙы кәметеү өсөн, Президент билдәләүенсә, һыу һаҡлағыстар төҙөргә кәрәк. Тәү сиратта, һүҙ Ҡариҙел йылғаһындағы Түбәнге Һөйән гидроузелы хаҡында бара. Әммә уны төҙөү – киләсәктә, яҡын 10-15 йылда башҡарыласаҡ эш. Шул уҡ ваҡытта күрше төбәктәр менән килешеү, ҙур средстволар йәлеп итеү зарур. Түбәнге Һөйән гидроузелы проектының хаҡы – яҡынса 15-20 миллиард һум.
Республика башлығы билдәләгән өсөнсө ҙур проблема – Башҡортостан йылға флотының торошо, судноларҙың иҫкергән булыуы, уларҙы яңыртыу һәм мөмкин тиклем яңыларына алмаштырыу кәрәклеге.
— Һыу менән килеп тыуған хәлдән сығып, судноларҙың минималь һанын билдәләргә кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов республиканың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы һәм Башҡортостан йылға пароходсылығы вәкилдәренә. – Һыу транспорты мәсьәләләрен комплекслы тикшереү зарур. Уны үҫтереү программаһы булырға тейеш.
Кәңәшмәлә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров, Кама һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы Владимир Горячев, Ағиҙел һыу юлдары һәм судоходство районы начальнигы Станислав Большаков, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР Хөкүмәте вице-премьеры Сергей Афонин һәм башҡа етәкселәр сығыш яһаны.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: