11:20 (UTC+5), 12 Июля 2012

Стратегик инициативалар агентлығы эшҡыуарлыҡ темаһына конкурс үткәрә

Любовь Колоколова
Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса Рәсәй Хөкүмәте менән ойошторолған Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн «Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ: тарихы, уңыштары, проблемалары» конкурсын үткәрә.
Әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҙ иткән, юғары социаль яуаплылыҡ тойған эшҡыуар образын булдырыу, бығаса йәшәп килгән стереотиптарҙы юйыу, Рәсәйҙә эшҡыуарҙарға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә булған кире ҡарашты үҙгәртеү – уның төп маҡсаты.
Рәсәйҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырған телевизион һәм радиоматериалдар, мәҡәләләр, фотоһүрәттәр, карикатуралар һәм интернет-яҙмалар конкурсҡа ҡабул ителә.
Конкурс һәр береһе өс урынлы һигеҙ номинацияға бүленгән. Дөйөм приз фонды – 2 млн 100 мең һум. Бынан тыш, журналистарҙың иң яҡшы эштәре Стратегик инициативалар агентлығы китабына инәсәк, ә уларҙың авторҙары быйыл октябргә билдәләнгән конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһында исемле дипломдар аласаҡ.
Агентлыҡ журналистарҙы конкурста ҡатнашыуға саҡыра, бының өсөн заявка бирергә кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика