10:33 (UTC+5), 12 Июля 2012

Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены Борис Титов Өфөгә килә

Любовь Колоколова
Рәсәй Федерацияһындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Борис Титовтың 19 июлдә Өфөгә килеүе көтөлә, тип хәбәр итте Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены килеүенә әҙерлек мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты советнигы Андрей Назаров.
Борис Титовтың визиты сиктәрендә түңәрәк өҫтәл үткәрелә, унда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын бөтөн кимәлдә яҡлау мәсьәләһе ҡараласаҡ. Шулай уҡ бизнес һәм коррупция мәсьәләһе күтәреләсәк. Уға бәйле эшҡыуарҙар милкен рейдерлыҡ юлы менән тартып алыу, нигеҙһеҙ сәбәптәр буйынса эшҡыуарҙарға енәйәт эше асып эҙәрләү кеүек проблемалар ҡалҡа.
Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан етәкселеге ҡатнашасаҡ, тип көтөлә. Спикерҙар булып Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың омбудсмендары — Борис Титов менән Рафаил Ғибаҙуллин, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты башлығы Руслан Кинйәкәев һәм төбәктәге иң абруйлы биш йәмәғәт ойошмаһының вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Былар - ошо дәүләт вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем Борис Титов етәкләгән «Эшлекле Рәсәй», «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының төбәк бүлексәһе, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Әйткәндәй, Башҡортостан - Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены килергә йыйынған тәүге төбәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика