06:50 (UTC+5), 12 Июля 2012

Башҡортостанда юл төҙөлөшөндә яңы технологиялар ҡулланыла

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда юлдар төҙөлөшөндә яңы технологиялар ҡулланыла башланы. Эксперименталь участкалар сифатында Өфө районының Таптыков ауылы һәм Борай ауылы янындағы юлдар һайланған. «Башинформ» агентлығына БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, был участкаларҙа тупраҡты нығытыу технологиялары ҡулланыла.
— Был Европа стандарттарына яуап биргән өр-яңы технология. Уның арҡаһында грунттың ауырлыҡты күтәреүгә һәләте арта, — тип билдәләне ул. – Тупраҡты тотороҡландырыу юлдарҙың ныҡлығына йоғонто яһай һәм ошоноң арҡаһында артабан уларҙы төҙөк хәлдә тотоуға сығымдарҙы кәметә. Был технологияны ҡулланыу практикаһының кәрәгеүе лә ихтимал, сөнки республиканың төньяғында юл төҙөлөшө материалдарына бәйле билдәле ҡыйынлыҡтар бар.
Яңы технологиялар лабораторияла һынау үткән. Бөгөнгө көндә ике юл участкаһында ла ентекле мониторинг алып барыла.
—Юлдарға яуым-төшөмдәрҙең, төрлө массалағы автомобилдәрҙең нисек йоғонто яһауын практикала асыҡларға кәрәк. Бөтөн процесс күпмелер ваҡытты аласаҡ. Ошонан һуң ғына сериялы производство мәсьәләһен хәл итергә мөмкин, — тип белдерҙе БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика