07:28 (UTC+5), 06 Июль 2012

Республикала микрозаймдар биреү өс тапҡырға артҡан

Любовь Колоколова
Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында «Башҡортостан Республикаһының Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда бирелгән микрозаймдар күләмен өс тапҡырға арттырған. 1 июлгә ҡарата Башҡортостан эшҡыуарҙарына дөйөм алғанда 483 млн һум суммаһына 696 микрозайм бирелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республикала Микрозайм үҙәгенең 10 офисы эшләй. Улар эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар бирә, йылына 10 процентлыҡ ставка менән бер йылға 1 млн һумға ҡәҙәр микрозайм алыуға заявкалар ҡабул итә һәм килешеүҙәр тултыра.
Дәүләт ярҙамының был төрөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында ҙур һорау менән ҡулланыуы арҡаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 29 июнендәге ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһының Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының устав капиталын һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам күләмен арттырыуға өҫтәмә бюджет средстволарын бүлеү ҡаралған. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатҡа федераль бюджеттан өҫтәп финанслау шарттарында йыл дауамында йәнә 54 млн һум йәлеп итеү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика