11:27 (UTC+5), 05 Июль 2012

Йөҙҙән ашыу Башҡортостан аграрийы «Ғаилә һөтсөлөк фермалары» программаһына инде

Ғәлиә Нәбиева
Һайлап алыу буйынса әле 106 ҡатнашыусы «2011-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» айырым маҡсатлы республика программаһына ингән. Комиссия үҙ эшен дауам итә. Программаны тормошҡа ашырыуға быйыл 103 млн һум күләмендә дәүләт ярҙамы ҡаралған, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. Аҡса төбәк бюджетынан бүленә.
Программа тоҡомло һәм тауар малы, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреүҙе күҙаллай. Шулай уҡ электр һәм һыу менән тәьмин итеүгә бәйле сығымдар ҙа компенсациялана.
Муниципалитеттар программала әүҙем ҡатнашырға тейеш. Кредит алған осраҡта урындағы властар кредит биргән банкка гарантия бирә йәки залог менән тәьмин итә. Шулай уҡ фермаларҙың нисек тулыланыуына ҡарап, башҡалар тарафынан файҙаланылмаған бесәнлектәр һәм көтөүлектәрҙең бирелеүе лә ихтимал.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика