Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июль 2012, 16:38
«Башнефть» республика игенселәрен льготалы яғыулыҡ менән тәьмин итә
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлендек предприятиеһы - «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аша Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәрен 2012 йылдың июленән ноябренә тиклем 53,4 млн тонна дизель яғыулығы һәм 2,7 млн тонна бензин менән тәьмин итәсәк. Яғыулыҡ поставкаларының бындай күләме РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән РФ Энергетика министрлығының килешеүендә билдәләнгән.
Башҡортостан аграрийҙарын баҫыу эштәрен үткәргәндә кәметелгән хаҡтар буйынса яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә бәйле яҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге яҙғыһын нефть компанияһы менән БР Хөкүмәте араһында төҙөлгән «2012 йылда Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә һатылыусы яғыулыҡ-майлау материалдарының айырым төрҙәренә хаҡтарҙы кәметеү йәки арттырмау тураһында»ғы килешеү буйынса көйләнә.
Документҡа ярашлы, быйыл марттан июнгә тиклем «Башкирнефтепродукт» йәмғиәте республиканың ауыл хужалығы предприятиеларын ташламалы хаҡтар менән 47,8 млн тоннанан ашыу дизель яғыулығы һәм 1,8 млн тонна бензин менән тәьмин иткән.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
ауыл хужалығы
башнефть
Читайте нас