07:46 (UTC+5), 04 Июль 2012

Башҡортостан игенселәре ураҡҡа төштө

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан игенселәре иртә өлгөрөүсе иген культураларын урып-йыйыуға төштө, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Бер юлы өс райондың аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сабып алыу эштәрен башланы.
Ужым арышы урағын беренселәрҙән булып Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм Ергән МТС-ның Ейәнсура районындағы Инәк бүлексәһе игенселәре башланы. Ә Дүртөйлөнөң Вәлиев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре ураҡты борсаҡты йыйып алыуҙан башланы.
— Ураҡ уҙған йылға ҡарағанда 20 көнгә алдараҡ башланды, — тип урып-йыйыу эштәренә аңлатма бирҙеләр аграр ведомствола. – Был яҙҙың иртә килеүенә һәм йәйҙең эҫе булыуына бәйләнгән.
Игенселәргә йәмғеһе 1 млн 900 гектарҙа ураҡ эштәрен үткәрергә тура киләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика