Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июль 2012, 16:04

Шаран районы аграрийҙары бесән әҙерләү буйынса планды үтәне

Шаран районы аграрийҙары республикала беренсе булып бесән әҙерләү буйынса планды үтәне. Ауыл эшсәндәре 7,5 мең тонна тупаҫ мал аҙығы әҙерләне. Бер шартлы мал башына 9,3 центнер мал аҙығы берәмеге запасҡа һалынған. Районда мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә.
Республикала йәмғеһе 401 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сабылған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Бесән сабыу буйынса план 1107 мең гектарҙы тәшкил итә.
Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары менән ҡышҡылыҡҡа 239 мең тонна бесән (32%), 525 мең тонна сенаж (24%) һаҡлауға һалынған.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: