05:56 (UTC+5), 02 Июля 2012

2012 йылда республикала 70000 кв. метр социаль торлаҡ төҙөү планлаштырыла

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөгөнгө көндә Башҡортостандың 49 муниципаль берәмегендәге 80 ер участкаһында социаль торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелгән. Яҡын арала тағы өс райондағы биш участканы үҙләштереү планлаштырыла. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Күмертау, Туймазы ҡалаларында, Көйөргәҙе районының Ермолаев ҡасабаһында эштәр әүҙем алып барыла.
Бынан тыш, 19 муниципаль райондағы 41 ер участкаһында бер ҡатлы йорттар һалына. 2012 йылда дөйөм майҙаны 35 мең квадрат метрлыҡ 550 объект сафҡа индереләсәк, тип көтөлә. 2013 йылға 210 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйылған. Белгестәр әйтеүенсә, ҡуйылған бурысты үтәр өсөн майҙандарҙың документтарын һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен әҙерләүгә бәйле эштәрҙе әүҙемләштерергә кәрәк.
Социаль торлаҡ төҙөлөшөнә республика бюджетынан 650 млн һум бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика