08:29 (UTC+5), 29 Июня 2012

Торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса Башҡортостан алдынғы ун төбәк иҫәбендә

Рәсүл Хәмиҙуллин
2012 йылдың ғинуар-майында торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урын биләй. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, биш айҙа республикала дөйөм майҙаны 568,3 мең квадрат метрлыҡ 6000 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә.
Шәхси төҙөүселәр өлөшөнә дөйөм торлаҡ күләменең 85 проценттан ашыуы тура килә. Ауылдарҙа төҙөлөш артыуын да билдәләргә кәрәк — 292,5 мең квадрат метр, уҙған йылдағы күрһәткескә ҡарата был 126 проценттан ашыуҙы тәшкил итә. Ә ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөнөң һүлпәнәйеүе теркәлгән — 2011 йылдағы ошо уҡ осорға ҡарата ни бары 99,1 процент.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йыл аҙағына тиклем 2,3 млрд квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Республиканың бер кешеһенә ағымдағы йылда 0,57 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика