06:40 (UTC+5), 28 Июня 2012

Сифат өлкәһендәге Башҡортостан Президенты премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президентының 2012 йылға сифат өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде.
Башҡортостан – Рәсәйҙә бындай премия булдырылған иҫәпле төбәктәрҙең береһе. Республикала йыл һайын тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ойошмалар һәм предприятиелар билдәләнә. Төбәк конкурсы критерийҙары РФ Хөкүмәтенең ошо өлкәләге премияһы критерийҙарына тап килә.
Продукция һәм хеҙмәттәр сифаты - республикабыҙ халҡының тормош сифатын күтәреүҙә ҙур роль уйнаған фокторҙарҙың береһе. Шуға күрә иҡтисадтың төрлө тармағында һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләгән барлыҡ предприятиелар һәм ойошмалар ҙа конкурста ҡатнашыуға йәлп ителә. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2012 йылдың 1 авгусына ҡәҙәр Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгендә ҡабул ителә.
Материалдарға талаптар үҙәктең рәсми сайтында бирелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2011 йылда республиканың һигеҙ ойошмаһы конкурс лауреаты һәм дипломанты булды. Сифат кубоктары һәм беренсе дәрәжә дипломдарҙы «Пакер» фәнни-производство фирмаһы һәм «ТЕХНОПЛЕКС» заводы алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика