Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июнь 2012, 18:44
Башҡортостан предприятиеһы Ростов өлкәһендә завод төҙөргә ниәтләй
«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Ростов өлкәһендә табаҡ быяла етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә предприятиеның директорҙар советы рәйесе Радик Солтановтың Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев менән осрашыуынан һуң билдәле булды.
Ростов өлкәһе губернаторының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Василий Голубев республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Башҡортостан менән төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, тауар менән алмашыу процесын әүҙемләштереү, шулай уҡ төбәк баҙарҙарын продукция менән тулыландырыу мәсьәләләрен тикшергән. Яҡтар быйыл июль айында Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ростов өлкәһенә визиты тураһында һөйләшеп килешкән. Бынан тыш, яҡын арала яҡтар ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйырға килешкән.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
төбәк-ара хеҙмәттәшлек
төҙөлөш
сәнәғәт
Читайте нас