11:40 (UTC+5), 25 Июня 2012

Башҡортостан һәм Дания ғалимдары республикала сусҡасылыҡты үҫтереү мөмкинлеген тикшерәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандың һәм Данияның фәнни даирәләре «Инвестициялар йәлеп итеү һәм сусҡасылыҡ комплекстарын үҫтереү мөмкинлектәре, Рәсәй һәм Данияның хеҙмәттәшлек тәжрибәһе» конференцияһында тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Практиктар ҡатнашлығындағы форум Өфөлә 27 июндә үткәрелә. Башҡортостандың Фәндәр академияһы, «Баштехинформ» республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексы ACO Funki дат компанияһы менән берлектә Башҡортостандың малсылыҡ комплексын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерәсәк.
Дания - сусҡасылыҡ буйынса донъя күләмендәге лидерҙарҙың береһе, был өлкәлә технологиялар һәм ноу-хау менән тәьмин итеүсе, тип хәбәр иттеләр БР Фәндәр академияһында. Данияның сусҡасылыҡ буйынса ҡиммәтле тәжрибәһе ҡул хеҙмәте сығымын минималләштереүгә ҡайтып ҡала. Быға производствоны тулыһынса автоматлаштырыу иҫәбенә өлгәшелә.
Һуңғы арала илдең сусҡасылыҡ хужалыҡтары Данияның сусҡа аҫрау технологияларын әүҙем ҡулланыуға индерә. Ошо уҡ мәлдә белгестәр әйтеүенсә, дат технологияһы Рәсәйҙә уңышлы үҙләштерелә.
Конференцияла мал аҙығын экономиялау алымдары, ҡорамалдарға сығымдарҙы кәметеү һәм төп производство күрһәткестәрен арттырыу варианттары тикшереләсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың сусҡасылыҡ комплекстарын үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге ҡараласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика