09:28 (UTC+5), 22 Июня 2012

Республикала «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсы старт алды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсын ойоштора. Ул 2012 йылдың 1 июлендә старт ала һәм 2013 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итә. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында 2012 йылдың 25 декабренә тиклем хәбәр итергә тейеш. Республиканың 100 иң яҡшы күп фатирлы йорто 100000 һум күләмендә аҡсалата премия аласаҡ.
Бәйгелә идара итеүҙең бер ысулы булдырылған (идара итеү компанияһы һайланған, торлаҡ хужалары берләшмәһе булдырылған) күп фатирлы йортта йәшәүселәр ҡатнаша ала.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йорт менән таныштырыу бурысы йорт советы рәйесенә йәки йорт хужалары берләшмәһе идараһы рәйесенә йөкмәтелә. Йәнә бер талап – күп фатирлы йортта йәшәүсе граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстары булмаҫҡа тейеш.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы етәкселәренән, республиканың муниципаль берәмек хакимиәте башлыҡтарынан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Башҡортостандың «Йорт комитеттары союзы» вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
«2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсында ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтының «Халыҡ өсөн мәғлүмәт» бүлегендә танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика