18:04 (UTC+5), 20 Июнь 2012

Юрий Пустовгаров Сауҙа-сәнәғәт инновация фонды Советына инде

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Сауҙа-сәнәғәт инновация фонды Советын булдырҙы. Илдең йөҙгә яҡын сауҙа палатаһынан ни бары ике Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре (Башҡортостан Республикаһынан һәм Пермь крайынан) Фонд Советы составына инде, ул өс йылға бер һайланасаҡ.
Яңы инновация фонды етәкселеге составына Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров инде. Был Башҡортостанда инновацион эшҡыуарлыҡ үҫешенә юғары баһа биреү тураһында һөйләй, быға БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлеге булышлыҡ итте.
Фонд Советына, Юрий Пустовгаров менән бер рәттән, йәнә алты кеше инде. Улар иҫәбендә - Сауҙа-сәнәғәт инновация фондының генераль директоры Сергей Безсмертный, Идара рәйесе, Пермь крайының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Биматов, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү буйынса комитет рәйесе, Мәскәү Халыҡ-ара Бизнес Ассоциацияһының генераль директоры Александр Борисов, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Александр Захаров, ВТБ24 банкы вице-президенты, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының шәхси эшҡыуарлыҡты, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса комитет рәйесе Надежда Карисалова, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Департаментының инновацион эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бүлек мөдире Александр Ломаченко.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Палата тарафынан инновацияларға ярҙам фондын, йәғни Сауҙа-сәнәғәт инновация фондын булдырыу тураһындағы ҡарар 2011 йылдың 28 октябрендә РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһының Владимир Путин ҡатнашлығындағы киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика