14:39 (UTC+5), 20 Июнь 2012

Республика бюджетына 46,8 миллиард һум килем килгән

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының 2012 йылдың 1 майына ҡарата мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктең тупланма бюджетына 46,8 миллиард һум күләмендә килем килгән. Дөйөм суммала физик шәхестәр килеменә һалым өлөшө - 23,3 процент, ойошмаларҙың табышына һалым өлөшө - 21,7 процент, Рәсәйҙә һатылған тауарҙарға (эштәргә, хеҙмәттәргә) һалым өлөшө - 9,3 процент, мөлкәткә һалым өлөшө - 8,3 процент тәшкил иткән.
Ошо уҡ осорҙа тупланма бюджет сығымдары 42,8 миллиард һум тәшкил иткән. Рәсми статистика хәбәр итеүенсә, сығымдарҙың ҙур өлөшө социаль өлкә менән бәйле. Шулай итеп, мәғарифты финанслауға – 14,4 миллиард һум (33,7%), һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә - 9,6 миллиард һум (22,3%), социаль сәйәсәтте финанслауға 6 миллиард һум (14,0%) йүнәлтелгән. Милли иҡтисад – 4,6 миллиард һум (10,8%), торлаҡ-коммуналь хужалҡ 2,3 миллиард (5,5%) алған, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә сығымдар 496,1 миллион һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика