10:44 (UTC+5), 20 Июня 2012

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Рәсәй почтаһы» хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков
20 июндә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы араһында республикала почта элемтәһен камиллаштырыу һәм үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеген яҡшыртыу документтың төп маҡсаты булып тора.
— Республикала «Рәсәй почтаһы»ның 1300-ҙән ашыу бүлексәһе иҫәпләнә. Ул Башҡортостандағы ҙур предприятиеларҙың береһе булып тора, унда 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Беҙ артабан да «Рәсәй почтаһы» менән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға, үҙ-ара килешеп эш итеүҙең яңы юлдарын эҙләргә, хеҙмәттәшлек итеү даирәһен киңәйтергә тырышасаҡбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов.
Почта элемтәһе хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән берлектәге эшмәкәрлекте координациялау килешеп эш итеүҙең төп йүнәлеше булып тора. Артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн йәнә бер мөһим йүнәлеш – «Рәсәй почтаһы»ның фәнни, техник, мәғлүмәти һәм производство мөмкинлектәрен үҫтереү.
— Хөкүмәттең яңы составы билдәләнгәндән һуң, дәүләттең «Рәсәй почтаһы»на ҡарата иғтибары ҡапыл артты. Шул уҡ ваҡытта беҙ Башҡортостан Республикаһынан мөһим үҙгәрештәр көтмәйбеҙ, сөнки республика етәкселеге менән федераль почта операторы араһындағы мөнәсәбәттәр кимәле һәр ваҡыт конструктив булды. Тик тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү генә беҙҙең барыбыҙға ла күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт ҡалырға мөмкинлек бирәсәк, - тип иҫәпләй «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Игорь Мандрыкин.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика