Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июнь 2012, 10:40
Биш ай эсендә республикала 6000 фатир сафҡа индерелгән
Ағымдағы йылдың ғинуарынан майына тиклем Башҡортостанда 6000 фатир сафҡа индерелгән, дөйөм майҙаны 568,3 мең квадрат метр тәшкил итә. Был күрһәткес үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 111,4 процентҡа тиң. Бындай мәғлүмәттәр менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы таныштыра. Майҙа республикала 164,5 мең квадрат метр торлаҡ йорт сафҡа индерелгән, был 2012 йылдың һуңғы яҙғы айындағы тҙөлөш һөҙөмтәләренән 14,8 процентҡа күберәк.
Шәхси төҙөүселәр өлөшөнә дөйөм торлаҡ күләменең 85,1 проценты тура килә. Шулай уҡ ауыл ерендә лә төҙөлөштөң артыуын билдәләп үтергә кәрәк – 292,5 мең квадрат метр, был үткән йылдың күрһәткестәренә ҡарата 126,1 процент тәшкил итә. Ә ҡалаларҙа был күрһәткес 99,1 процентҡа тиң.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
Читайте нас