Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2012, 12:31

Өфөлә йәшәүсе 7700 эшһеҙгә 22700 вакансия тура килә

Өфөнөң вакансиялар банкында бөгөн яҡынса 22700 буш эш урыны иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә рәсми рәүештә 7700 эшһеҙ теркәлгән.
«Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә эшһеҙлек кимәле әлеге ваҡытта 1,37 процентҡа тиң. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты 0,36 тәшкил итә.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә әлеге ваҡытта яҡынса 8300 өфөлө иҫәптә тора, уларҙың 400-ҙән ашыуы хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыуын дауам итә.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас