06:26 (UTC+5), 14 Июня 2012

Башҡортостанда планлаштырылған майҙандарҙың 5 процентында бесән сабылған

Ғәлиә Нәбиева
Республика аграрийҙары 52 мең гектарҙа үлән сапты, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Был - күп йыллыҡ үлән сәселгән майҙандарҙың 5 проценты. Йәмғеһе 16 мең тонна бесән әҙерләнгән. Иң ҙур күләмдәр Хәйбулла (11 мең тонна) һәм Әлшәй (10 мең тонна) районы хужалыҡтарына тура килә.
Сенаж траншеяларына 47 мең тонна һутлы йәшел масса һалынған. Был эш Стәрлетамаҡ районында әүҙем алып барыла, бында 13 мең тонна сенаж тупланған.
Аграр ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығы әҙерләү кампанияһы республиканың бөтә райондарында ла тиерлек алып барыла. Төньяҡ-көнсығыш райондар ғына был исемлеккә инмәй. Малды ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн ауыл эшсәндәренә йәмғеһе 750 мең тонна бесән, 2 млн 356 мең тонна сенаж һәм 1 млн 600 мең тонна силос әҙерләргә кәрәк буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика