Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июнь 2012, 17:43

Сибайҙа БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы башланды

Сибайҙа Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы асылды. Көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә — Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең республика иҡтисадына йоғонтоһо, шулай уҡ Муниципаль берәмектә уңайлы инвестицион мөхитте тәьмин итеү буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандартын индереү һөҙөмтәләре.
Сираттағы, иҫәп буйынса өсөнсө, ултырыш «Урал аръяғы-2012» төбәк-ара форумы сиктәрендә үткәрелә. Ул федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында киңәйтелгән форматта үтә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беренсе булып һүҙ алды. Артабан «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушканың, Башҡортостан Президенты советнигы — Башҡортостан Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаровтың, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаровтың, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншиндың, форумда ҡатнашыусы башҡа кешеләрҙең сығышы көтөлә.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: