Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июнь 2012, 15:55

Башҡортостанда эре инвесторҙар 10 йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителәсәк

Башҡортостанда проекттарының хаҡы биш млрд һумдан ашҡан инвесторҙар яҡын арала 10 йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителеүгә иҫәп тота ала. Был турала бөгөн «Урал аръяғы-2012» форумында сығыш яһағанда республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
— Республикала инвесторҙарға табышҡа, мөлкәткә һалым буйынса льготалар биреүсе закондар ҡабул ителде. Беҙ ойошмалар табышына һалым ставкаһын бер йылдан биш йылға тиклемге араға 13,5 процентҡа ҡәҙәр кәметтек. Ошо уҡ ваҡытҡа инвесторҙарҙы мөлкәткә һалымдан азат иттек. Тағы ла ҙурыраҡ ташламаларҙы юридик яҡтан нығытыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Хәҙер төбәккә биш миллиард һумдан ашыу суммалыҡ проекттар менән килеүсе инвесторҙар яҡын арала 10 йылға тиклем мөлкәт һалымынан азат ителеүгә иҫәп тота аласаҡ, тип уйлайым, — тине БР Президенты.
Әлеге форум эшендә 400-гә яҡын кеше ҡатнаша. Улар иҫәбендә Рәсәйҙең 14 төбәгенән власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, эшлекле һәм фәнни даирә, сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар ойошмаһы вәкилдәре бар.
Көн тәртибендәге төп мәсьәлә — Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ҡуйылған 2020 йылға илдә юғары технологияларға нигеҙләнгән 25 миллион яңы эш урыны булдырыу бурысын үтәү. Шуға күрә форум темаһының «25-20» стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары» тип билдәләнеүе лә осраҡлы түгел.
Форумда ҡатнашыусылар граждандарҙы эшкә урынлаштырыу һәм ошоға бәйле халыҡтың иҡтисади йәһәттән насар үҫешкән төбәктәрҙән ситкә ағылыуы мәсьәләһен хәл итеүҙең иң һөҙөмтәле механизмы сифатында яңы производстволар булдырыуҙы билдәләне, әйтергә кәрәк, быны шәхси инвесторҙар ҡатнашлығынан тыш хәл итеп булмай.
— Республика уңайлы инвестицион мөхит булдырыу өҫтөндә күп эшләй. Барыбыҙға ла яҡшы аңлашыла: бында иң мөһиме - асыҡлыҡ һәм ышаныс атмосфераһы булдырырға, капитал һалыуҙарҙың ышаныслы булыуын күрһәтергә, аныҡ гарантиялар бирергә кәрәк. Бының өсөн беҙ инвестицияға бәйле закондарҙы ярайһы ныҡ яңырттыҡ,— тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Инвестиция эшмәкәрлеген көйләү, уға дәүләт ярҙамы формалары тураһындағы норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнек. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү сараһын күрәбеҙ. Ошо урында билдәләп киткем килә, беҙ – эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе.
БР Президенты һүҙҙәренсә, 2011 йылда төп капиталға инвестициялар 5,5 процентҡа артып, 185 млрд һумға тиерлек еткән. Республика иҡтисадына 300 млн АҠШ доллары күләмендә сит ил инвстициялары килгән, был 2010 йылдағына ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күп.
«Элегерәк төп инвестициялар сеймал секторына барһа, хәҙер улар башлыса эшкәртеү производствоһын үҫтереүгә йүнәлтелә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Быйыл да ыңғай динамика һаҡлана, тип дауам итте Президент. Беренсе кварталда уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 8,5 процент үҫеш менән төп капиталға 25,2 млрд һум аҡса һалынған.
«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, әлеге форум сиктәрендә дөйөм алғанда биш млрд һумдан ашыу суммаға ундан ашыу инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас: