Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2012, 17:47

Салауат Харасов: «Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә Башҡортостан бюджетына 465 млн һум ҡайтарылған»

— Уҙған йыл эсендә генә контролдә тотоу саралары һөҙөмтәһендә ойошмалар иҫәбенә һәм бөтә кимәлдәге бюджетҡа 465 миллион һум аҡса кире ҡайтарылды, мөлкәтте һөҙөмтәһеҙ файҙаланыуҙан килеп тыуған бер ярым миллиард һум күләмендәге зыян ҡапланды, — тип хәбәр итте бөгөн Рәсәй Федерацияһы Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы Президиумының ултырышында Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы башлығы Салауат Харасов.
Ултырышта, республикала бюджет средстволарын файҙаланыуға дәүләт финанс контроленең һөҙөмтәле системаһы булдырылды, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы тураһындағы закон яңыртылды һәм уның составы көсәйтелде, Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп органдары советы ойошторолдо, тип билдәләнде.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта аҡсаның нисек файҙаланылыуын контролдә тотоу Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы Президиумының бөгөнгө күсмә ултырышындағы төп тема булды. Ошоға бәйле Салауат Харасов республика етәкселегенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡты күҙ уңынан ысҡындырмауын һәм уның граждандар йәшәйешенең сифатын билдәләүсе өҫтөнлөклө өлкә булыуын билдәләне. Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы был өлкәлә ресурстар менән нисек идара ителеүен контролдә тота.
БР Контроль-иҫәп палатаһы башлығы әйтеүенсә, дүрт йыл эсендә Башҡортостан күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан икенсеһенә күсереү өсөн республика һәм урындағы бюджеттарҙан өҫтәп финанслау менән бергә дөйөм алғанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан 11 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән.
Был адреслы программаларҙың ижтимағи-иҡтисади һөҙөмтәһе ғәйәт ҙур. 2008-2011 йылдарҙа дөйөм майҙаны 4 млн квадрат метрлыҡ меңдән ашыу күп фатирлы йорт ремонтланған, 225 меңгә яҡын кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан һәм 14 меңдән ашыу кеше бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙарға күсерелгән.
Ошо дәүләт ресурстары һөҙөмтәле үҙләштерелһен өсөн, БР Контроль-иҫәп палатаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән Фонд тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙамының нигеҙлелеге һәм уларҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге мәсьәләләре буйынса килешеү төҙөнө.
Һуңғы ике йылда республика ревизорҙары муниципаль берәмектәрҙең күбеһен Фонд средстволарын маҡсатлы һәм һөҙөмтәле ҡулланыуға тикшерҙе.
— Танырға кәрәк, тармаҡты яңыртыу буйынса инвестицияларҙы үҙләштергәндә етешһеҙлектәр бар, — тине Салауат Харасов. — Ремонт эштәрен башҡарыу өсөн торлаҡ бина хужаларының подряд ойошмаларын һайлағанда ҡағиҙәләрҙе боҙоуы конкуренцияны сикләй, һәм уларҙың сифатһыҙ башҡарылыуына, билдәләнгән ваҡытҡа өлгөртмәүҙәренә килтереүе ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы башлығы федераль ҡануниәттә контракттың башланғыс хаҡын билдәләүгә берҙәм ҡараш булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошоноң арҡаһында ведомство был өлкәлә норматив-хоҡуҡи акт әҙерләргә тәҡдим итте. Бынан тыш, бюджет ресурстарын һаҡлау маҡсатында дәүләт контрактына нигеҙһеҙ ҡулланылған бюджет аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы регламентлаусы пункт индереү тәҡдиме әйтеп ишеттерелде.
Салауат Харасов президиумды бер тапҡыр ҙур күләмдә торлаҡ биналар һатып алыуға конкурс документацияһын төҙөү практикаһына иғтибар итергә саҡырҙы. Был иҫәпле генә фатир һатырға мөмкинлеге булған төҙөүселәрҙең ҡатнашыуын сикләй. Ошо рәүешле эре төҙөүселәр менән генә сикләнгән конкуренцияла бюджет аҡсаһын күп экономиялап булмай.
Контроль-иҫәп палатаһы башлығы был программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға ҡамасаулаған бер нисә мәсьәләне билдәләп үтте. Улар иҫәбендә ул йорттарҙы авария хәлендә тип танылыу срогының ҡәтғи рәүештә 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклем билдәләнеүен атаны. Ошоноң арҡаһында был датанан һуң авария хәлендә тип табылған йорттарҙы адреслы программаға индереп булмай.
Ведомство алдында торған бурыстар иҫәбендә Салауат Харасов энергия ресурстарын рациональ файҙаланыуҙы контролдә тотоусы саралар комплексын һәм энергия ҡулланыу, энергия һаҡлау өлкәһендә бюджет аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе күрһәтте.
Әлеге ваҡытта Контроль-иҫәп палатаһы Рәсәй Иҫәп палатаһы менән берлектә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын тикшереү һәм электр, йылылыҡ энергияһына тарифтар үҙгәреүенә мониторинг буйынса контроллек итеү сараларында ҡатнаша. Тикшереү һөҙөмтәләре билдәләнгән ваҡытта Башҡортостан Президентына һәм Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһына тапшырыласаҡ.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: