Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2012, 10:36

Өфөнөң коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре яңы техника алды

Өфөнөң төҙөкләндереү менән шөғөлләнеүсе муниципаль предприятиелары паркы кисә Т-150К маркаһындағы яңы тракторҙар менән тулыланды, улар башлыса ҡар таҙартыуҙа файҙаланыласаҡ.
МУП етәкселәренә асҡыстар тапшырыу тантанаһында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, «ҡышты тулы әҙерлек менән ҡаршылар өсөн, техниканы йәй әҙерләргә кәрәк».
Белгестәрҙең мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң коммуналь техника паркы 500-ҙән ашыу берәмектән тора. Әгәр уны дөрөҫ файҙаланһаң, был техника бөтә эштәргә лә етә. Мәҫәлән, яңы тракторҙарға арба тағып, уны йәйгеһен ҡулланырға мөмкин.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: