Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2012, 12:01

Өфө-Киев-Өфө рейсы асылды

10 йыллыҡ тәнәфестән һуң «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Украинаның баш ҡалаһы менән даими бәйләнеш тергеҙелде. «Өфө — Киев» маршруты буйынса рейстарҙы «Ямал» авиакомпанияһы аҙнаһына бер тапҡыр шәмбе көндәрендә башҡара. Әле уңайлы CRJ-200 самолетында икенсе рейс әҙерләнә. Артабан осоштар Boeing-737 судноһында башҡарыласаҡ.
— Киевҡа даими рейстарҙың тергеҙелеүе иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, туризм тармағын үҫтереү өсөн генә кәрәкмәй. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 40 меңгә яҡын украин диаспораһы вәкилдәре йәшәй, — тип аңлатма бирҙеләр был ваҡиғаға «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг бүлегендә. — Осоштар географияһын киңәйтеү буйынса авиакомпанияның аэропорт менән берлектә алып барған эштәре маршрут селтәрен киләсәктә Украинаның Симферополь, Днепропетровск, Донецк кеүек ҡалаларына тиклем киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.
Автор: Любовь Колоколова
Читайте нас