Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
12:39 (UTC+5), 31 Мая 2012

Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң XX ултырышы килешеүҙәргә һәм меморандумдарға ҡул ҡуйыу менән тамамланды

Любовь Колоколова
Өфөнөң Конгресс-холында бөгөн сәнәғәт округтары һәм бәләкәй, урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ХХ ултырышының аҙаҡҡы пленар өлөшө үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, Рәсәй Федерацияһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Александр Захаров, Италияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Антонио Дзанарди Ланди, Эш төркөмөнөң рәйестәштәре Пьетро Чели һәм Натэла Шенгелия, Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы рәйесе Розарио Алессандрелло һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Модератор булып БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сығыш яһаны.
Был ҙур ваҡиғала 500-ҙән ашыу кеше – Рәсәйҙең 20 төбәгенән вәкилдәр һәм Италиянан 100-ҙән ашыу бизнес вәкиле ҡатнашты, тип билдәләне вице-премьер. Башҡортостан эшҡыуарҙары ла форумды асыу тантанаһында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм Эшлекле бәйләнештәр биржаһында әүҙем ҡатнашты. Барлыҡ саралар юғары баһа алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң XX ултырышы сиктәрендә биш түңәрәк өҫтәл үтте.
Рәсәй һәм Италия яғынан модераторҙар был сараларҙың нисек үтеүе хаҡында отчет менән сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла ултырышта ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеген билдәләне.
— Бындай матур форумды ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Бөгөн Италия Башҡортостанды үҙе өсөн икенсе яҡтан аса, - тине Розарио Алессандрелло әфәнде. – Һуңғы йылдарҙа республикала йәшәү сифатының күпкә күтәрелеүе ҡыуаныслы.
Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Пьетро Чели форумды үткәреү кимәленә юғары баһа бирҙе һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, республика Хөкүмәтенә, осрашыуҙы ойоштороусыларға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, аралашыу барышында 177 проект ҡаралған, уларҙың күпселеге яҡын арала тормошҡа ашырыласаҡ.
Натэла Шенгелия ла уның фекере менән килешеп, эштең барлыҡ йүнәлештәрҙә лә бик ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне.
Артабан Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң XX ултырышының йомғаҡлау протоколына, бер нисә килешеүгә һәм меморандумға ҡул ҡуйылды.
Шулай итеп, бөгөн Өфөлә Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы офисы ҡарамағында Башҡортостандың бәләкәй бизнесына итальян инновацион технологияларын сәнәғәткә индереүҙә ярҙам итеү үҙәген булдырыу буйынса ниәттәр хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. «Халыҡ-ара бизнесҡа ярҙам агентлығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы һәм Башҡортостан республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Йәнә бер килешеү «Венге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Arte Casa SRL компанияһы һәм Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы араһында төҙөлдө, ул Башҡортостанда мебель етештереү буйынса кластер төҙөүгә ҡағыла.
Шулай уҡ Италияның Бизнесмендар ассоциацияһы һәм Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Feiffer&Raimond, Arte Casa компаниялары һәм Рәсәй Дизайнерҙар союзының Башҡортостан буйынса бүлексәһе араһында ла ниәттәр тураһындағы меморандум төҙөлдө.
Бынан тыш, Өфөлә Ульяновск өлкәһе вәкилдәре менән стоматология хеҙмәттәре һәм ресторан бизнесы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Көндөң икенсе яртыһында эшҡыуарҙар Өфөнөң бер нисә предприятиеһы менән танышты.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика