05:01 (UTC+5), 31 Мая 2012

«Forbes» версияһы буйынса Өфө бизнес менән шөғөлләнеү өсөн иң уңайлы ҡалалар рейтингында икенсе урында тора

Әлим Фәйезов
«Forbes» журналы бизнес алып барыу өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы 30 ҡалаһы рейтингын баҫтырып сығарҙы. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн иң яҡшы ҡалалар рейтингын «Forbes» дүртенсе тапҡыр төҙөй. Быйыл унда тәүге тапҡыр Мәскәү менән Санкт-Петербург иҫәпкә алынған — улар 30 ҡаланан торған исемлектең иң аҙағында килә. Мәскәү - 27-се, Петербург 29-сы урын биләй. Рейтинг төҙөгәндә беренсе тапҡыр уҡыусылар менән үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алынған. Иң бәләкәй административ баҫымлы, һалым чиновниктары бизнесҡа толерантлыҡ һаҡлаған, финанс ярҙам алыу мөмкинлеге булған ҡалалар алдынғылар рәтенә күтәрелгән
Исемлек Сочи ҡалаһы менән башлана. Өфө менән Силәбе икенсе һәм өсөнсө урын алған.
Беренсе тиҫтәгә йәнә Төмән, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Махачкала, Ҡазан, Улан-Удэ һәм Краснодар ингән. 30 ҡаланан торған исемлек Дондағы Ростов менән тамамлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика