10:46 (UTC+5), 30 Мая 2012

Башҡортостан һәм Италия предприятиелары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре киңәйтеләсәк

Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин
Сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң бөгөн Өфөлә үткән ХХ ултырышына комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов, республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереүҙе иҫәпкә алып, «Италия бизнесы тәжрибәһенең, яңы итальян компанияларының беҙҙең төбәк өсөн мөһим» булыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Италияның танылған иҡтисад йүнәлештәренең күпселеге: аҙыҡ-түлек сәнәғәте, банк эше, ресторан бизнесы, логистика, транспорт – Башҡортостанды һәр яҡлап үҫтереү өсөн быларҙың барыһы ла кәрәк.
Италия яғына нефть химияһы кластерҙарын булдырыуҙа ҡатнашырға, шулай уҡ нефть эшкәртеүсе ҡорамалдар етештереү өсөн уртаҡ предприятиелар булдырырға тәҡдим ителәсәк, тип өҫтәне республика башлығы.
Үҙ сиратында, Италия Иҡтисади үҫеш министрлығының Сит илдәрҙә итальян компанияларын тәҡдим итеү һәм сауҙа әйләнешен үҫтереү буйынса департаменты генераль директоры Пьетро Чели, «ике ил – Рәсәй һәм Италияның хеҙмәттәшлеге – ул Мәскәү менән Рим араһындағы мөнәсәбәттәр түгел, ә был илдәрҙең төбәктәре араһында конструктив диалог», тип билдәләне.
Пьетро Чели фекеренсә, Италия менән Башҡортостан араһында бер-береһен тулыландырған йүнәлештәр күп. Шулай итеп, Башҡортостан сеймал етештерһә, Италия уны эшкәртә.
Бынан тыш, химия һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәләрендәге уртаҡ проекттар, шулай уҡ Башҡортостан һәм Италияның бәләкәй һәм урта предприятиелары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн яңы йүнәлештәр була ала.
— Мин Италия һәм Башҡортостан иҡтисадтарының бер-береһен тулыландыра алыу ҡеүәтенә эйә булыуы хаҡында әйтәм. Һәм түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырырға теләр инем: Башҡортостандан Италияға индерелгән продукцияның 90 проценты - нефть химияһы продукттары. Үҙ сиратында, Италиянан Башҡортостанға индерелгән продукцияның 80 проценты – ул нефть химияһы сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтар өсөн ҡорамалдар. Тимәк, яңынан булдырырға түгел, ә был һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк, - тине Пьетро Чели.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика