08:06 (UTC+5), 25 Мая 2012

2012 йылда Өфөлә 10 урам ремонтланасаҡ

Галина Бахшиева
Июндә Өфө – аэропорт һәм Салауат Юлаев проспекты трассаһында ремонт башлау планлаштырыла. Был маҡсатҡа бюджеттан 300 миллион һум бүленә. 2012 йылда йәмғеһе 10 урам ремонтланасаҡ.
Сентябрҙә төҙөүселәр Дим юл үткәргесенең беренсе сиратын файҙаланыуға тапшырырға тейеш. Объект тулыһынса 2013 йылдың июнендә әҙер буласаҡ, тип көтөлә.
Ағымдағы йылда Өфөлә Затон күпере лә төҙөлә башлаясаҡ, уның яҡынса хаҡы – ете миллиард һум. Әҙерлек эштәренә әлегә 10 миллион һум бүленгән.
Бынан тыш, быйыл Өфөлә «500 ихата» бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ҡарар ителгән, ошоноң арҡаһында республиканың баш ҡалаһында ихаталарҙы ремонтлау темптарын һаҡлап ҡалып буласаҡ.
2012 йылда ихаталарҙы һәм йорт янындағы территорияларҙы ремонтлауға дөйөм алғанда йәмғеһе бер миллиард 160 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
Башҡортостан Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала, дөйөм алғанда бөтә илдәге кеүек үк, тиҫтә йылдар дауамында юлдарҙы ремонтлап бөтөрмәү күҙәтелә.
Муниципаль юлдарҙы иҫәпләмәгәндә, республика юлдарының оҙонлоғо – 24 мең километр, билдәле, был юлдарҙың барыһын да бер юлы ремонтлап бөтөүе мөмкин түгел.
Төбәктең юл фонды әле туғыҙ миллиард һум тәшкил итә. Ошо уҡ мәлдә республикала ремонт эштәре ике тапҡырға тиерлек артҡан.
М5 һәм М7 федераль трассаларын ремонтлауҙың беренсе этабына дүрт миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Стратегик бурыс — Өфө — Силәбе участкаһындағы М5 трассаһын, хатта таулы урындарында ла, ике һыҙатлы итеү.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика