Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2012, 12:57
Өфөнән хәҙер Киевҡа осорға мөмкин
Оҙайлы тәнәфестән һуң, 26 майҙан алып Украинаның баш ҡалаһы – Киев менән авиабәйләнеш тергеҙелә. «Өфө» халыҡ-ара аэропортының маркетинг бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, рейс аҙнаһына бер тапҡыр, шәмбе һайын, «Ямал» авиакомпанияһы менән Boeing-737-500 самолетында башҡарыласаҡ. Өфөнән күтәрелеү ваҡыты — 11.10-ҙа (урындағы ваҡыт буйынса), Киевҡа самолет («Борисполь» аэропорты) 11.05-ҙа барып етә.
«Өфө» аэропортында аңлатыуҙарынса, Киев – авиакомпания менән быйыл йәй асылған икенсе йүнәлеш. Когалымға даими рейстан тыш, авиакомпания Геленджик, Сочи, Анапа ҡалаларына рейстар башҡара. Ханты-Манси автономиялы округы ҡалаларына традицион рейстар ҙа үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
авиация
өфө аэропорты
Читайте нас