Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу һәм уларға ҡатнашыусы статусын биреү өсөн конкурс иғлан итә. Ул республиканың ауыл хужалығы ойошмалары араһында үткәрелә.
Был программа республика Хөкүмәте менән апрель аҙағында раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу иң кәмендә әле эшләп килгән 500 ауыл хужалығы ойошмаһының тотороҡло үҫешеүен, ауылда социаль тотороҡлоҡто тәьмин итәсәк, тип иҫәпләйҙәр БР Ауыл хужалығы министрлығында.