07:42 (UTC+5), 23 Мая 2012

Башҡортостанда иген сәсеү тамамланды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсеү буйынса планды үтәне. Иген баҫыуҙары төбәктә 1 млн 224 мең гектарҙы тәшкил итте. Планға ҡарата был 101 процент. Төп культураларҙы сәсеү ваҡытынан алда тамамланды. Яҙҙың иртә килеүе арҡаһында быйыл сәсеү агрегаттары баҫыуҙарға ике аҙнаға тиерлек алдан сыҡты. Былтыр был датаға ҡарата Башҡортостанда иген культураларының ни бары 90 проценты сәселгәйне.
Сәсеү эштәре тамамланыуы айҡанлы тәүге һабан байрамдары төбәктә 26 майҙа уҡ үтәсәк. Республика муниципалитеттары буйынса «Һабантуй» йыллыҡ халыҡ байрамын үткәреү графигын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов раҫланы.
Бер аҙна элек республика көнбағыш сәсеүҙе тамамланы. Сөгөлдөрсөләр ҙә һуңғы гектарҙарҙа эш алып бара. Төбәктәге шәкәр сөгөлдөрө пплантациялары быйыл ярайһы ныҡ ҙурайтылған. Был культура йәмғеһе 67 мең гектарҙы биләйәсәк, бөгөнгө көндә 52 мең гектарҙан ашыу майҙан сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө иң табышлы культураларҙың береһе булып ҡала.
Яҙғы баҫыу эштәре башланғандан алып Башҡортостанда һауа шарттары уңай торҙо, тип аңлатма бирҙеләр сәсеү темптарына БР Ауыл хужалығы министрлығында. Аграр ведомство белгестәре, иртә сәсеү ураҡҡа иртә төшөүгә килтерәсәк, тип иҫәпләй.
«Ужым игенен урып йыйыу эштәре ғәҙәттәгенән иртәрәк – июль урталарында башланасаҡ, ә техник культуралар сентябрь башына өлгөрәсәк икәнлеге бөгөндән билдәле», - тинеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика