08:25 (UTC+5), 22 Мая 2012

Республикала 2020 йылға тиклем урман хужалығын үҫтереү программаһы раҫланды

Галина Бахшиева
Башҡортостан Хөкүмәте 2012-2020 йылдарға республиканың урман хужалығын үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы маҡсатлы программа раҫланы. Документты әҙерләүсе һәм уның дәүләт заказсыһы булып БР Урман хужалығы министрлығы сығыш яһай.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биш ярҙамсы программа урман хужалығын үҫтереүҙең барлыҡ мөһим йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Улар - кадрҙар менән һәм фәнни-техник йәһәттән тәьмин итеү; урмандарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, урман реестры алып барыу, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү; урмандарҙы тергеҙеү; урмандарҙы зыянлы организмдарҙан һәм башҡа кире факторҙарҙан, шулай уҡ янғындан һаҡлау.
Әлеге программаны тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге 34 төп күрһәткес һәм индикатор буйынса баһаланасаҡ. Программа өс этапта ғәмәлләштерелә.
Беренсе этап 2014 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул төбәктә янғын һәм санитар хәүефһеҙлек буйынса һөҙөмтәле системалар булдырыуға, реестр алып барыуға, матди-техник базаны нығытыуға, урмандарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
2015-2017 йылдарға иҫәпләнгән икенсе этап урман тәрбиәләү эштәрен үҫтереүҙе, урман юлдарын төҙөүҙе, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү системаһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота.
2018-2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ өсөнсө этап урмандарға инвентаризация үткәреү системаһын булдырыу, Башҡортостанда берҙәм генетик-селекцион комплекс формалаштырыу буйынса эшмәкәрлекте тамамларға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика