10:08 (UTC+5), 22 Май 2012

Өфөлә юбилейлы «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» күргәҙмәһе асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков
Бөгөн Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» ХХ халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Был Рәсәйҙең нефть химияһы тармағындағы иң ҙур сараларҙың береһе. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, РФ Энергетика министрлығы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
— Рәсәй газ запасы буйынса беренсе урын биләй, нефть сығарыу буйынса беҙ беренсе тиҫтәгә инәбеҙ. Технологиялар буйынса ғорурланырлығыбыҙ бар, әммә был йүнәлештә тағы эшләргә кәрәк. Сөнки беҙҙең киләсәк — тап ошонда, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең республикала бер-бер артлы ҙур ваҡиғалар булып тора. Үткән аҙнала ҙур әһәмиәткә эйә, етди «Ҙур химия» форумы үтте, бөгөн — «Газ. Нефть. Технологиялар». Былар барыһы ла — бер сылбырҙың быуындары.
— Беҙгә яңы күргәҙмә майҙандары кәрәк. Өфөлә төҙөлөш башлағандарҙан күргәҙмә корпустары, проблеманың тиҙ арала хәл ителерен көтәбеҙ, — тип дауам итте республика башлығы. – Беҙҙәге ошондай әһәмиәтле саралар эшендә ҡатнашырға теләүселәр күп.
Рөстәм Хәмитов юбилейлы күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла газ һәм нефть табыуҙа ғына түгел, иң элек яңы технологиялар, технологик процестар һәм ҡорамалдар уйлап табыу һәм эшләп сығарыуҙа уңыштар теләне.
— Беҙгә был нефть һәм газға ҡарағанда ла нығыраҡ кәрәктер, бәлки, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
РФ Энергетика министрлығының Нефть һәм газ сығарыу һәм транспортлау департаменты директоры урынбаҫары Виктор Антошин әйтеүенсә, нефть-газ комплексын төбәк-ара һәм халыҡ-ара интеграция нигеҙендә генә үҫтерергә мөмкин.
— Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һәм күргәҙмәнең бай эш программаһы был сараны мөһим ваҡиғаға әйләндерер һәм тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индерер, тип ышанам, — тине ул.
Был сарала Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм сит илдәрҙән алдынғы компаниялар ҡатнаша. Улар нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендәге өр-яңы ҡорамалдарын, алдынғы технологияларын тәҡдим итә. Башҡортостан исеменән «Башнефть», «Сода», «Синтез-Каучук», «Каустик», «Газпром нефтехим Салауат», «Туймазы геофизика ҡорамалдары заводы», «Полиэф», «Буринтех», «БР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты» кеүек предприятиелар сығыш яһай.
Күргәҙмә сиктәрендә киң эш программаһы ла ҡаралған. Алты фәнни-ғәмәли конференция, семинарҙар һәм ҡатнашыусыларҙың презентациялары үтәсәк. Яҡын төбәктәрҙән, шулай уҡ Көнбайыш Себерҙән, Алыҫ Көнсығыштан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән нефть табыу һәм эшкәртеү предприятиеларының 12 меңгә яҡын белгесе күргәҙмә менән танышырға ниәтләй.
«Газ. Нефть. Технологиялар-2012» күргәҙмәһенең ойоштороусылары булып Энергетика министрлығы, БР Хөкүмәте һәм БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.
Күргәҙмә үҙ эшен 25 майҙа тамамлай.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика