Шишәмбе, 22 майҙа, «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» XX халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының нефть-газ сәнәғәте комплексы предприятиелары консорциумының (Ufa OGE) презентацияһы үтәсәк.
Предприятиелар үҙҙәренең технологиялары һәм компетенциялары менән сығырға иҫәп тотҡан перспективалы сит ил баҙарҙары араһында Алжир, Ҡаҙағстан, Вьетнам, Малайзия, Иран, Венесуэла кеүек илдәр бар, тип хәбәр итә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.
Консорциумда ҡатнашыусы предприятиелар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Пакер» фәнни-производство фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бурсервис» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты» дәүләт унитар предприятиеһы, «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфө дәүләт нефть техник университеты, «Благовещен арматура заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы, «Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БашИнноТек» инновация-инжиниринг үҙәге» фәнни предприятиеһы бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән сәнәғәт предприятиелары консорциумы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә II «Ҙур химия» форумында ҡул ҡуйылды.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, хеҙмәттәшлек итеү буйынса Палатаның бындай тәжрибәһе бар. Быйыл март башында республика предприятиелары («Пакер» фәнни-производство фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бурсервис» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БашИнноТек» инновацион-инжиниринг үҙәге» фәнни предприятиеһы, шулай уҡ ситтән тороп ҡатнашыусы ете ойошма) БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселегендә Алжирҙың Хасси-Мессауд ҡалаһында үткән II Халыҡ-ара нефть-газ күргәҙмәһендә ҡатнашты. Башҡортостан сит ил коллегаларына республика предприятиеларының геологик разведкалауҙағы, нефть һәм газ сығарыуҙағы, углеводород сеймалын транспортлауҙағы, белгестәр әҙерләүҙәге компетенцияларын күрһәткән иң ҙур коллектив стенд әҙерләне. Алжирҙың Энергетика һәм файҙалы ҡаҙылмалар табыу министрлығындағы осрашыуҙа Башҡортостан предприятиеларына геологик разведкалау һәм фосфат сығарыу буйынса бер нисә тендерҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ Алжир провинцияларының береһендә берлектәге технопарк булдырыу варианты ла ҡаралды.
— Нефть һәм газ химияһы ҡорамалдары етештереүселәренең (республикала ошондай 20 ойошма бар) консорциумын ойоштороу тураһындағы килешеү — үтә мөһим тема. Башҡортостандың бөгөн файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙан алып эшкәртеүгә, проектлауға, сервис хеҙмәттәренә тиклем бөтә мөмкинлектәре лә бар, — тине БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты. — Компетенцияларыбыҙҙы һәм технологияларыбыҙҙы һәр беребеҙ айырым түгел, ә идара компанияһы ярҙамында берләштерелгән ҡеүәтле коллектив составында тәҡдим итеп, комплекслы рәүештә беҙ Вьетнам, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Африка, ғәрәп илдәре баҙарына сыға алабыҙ. Консорциум сиктәрендә бәләкәй бизнес үҫеше өсөн дә мөмкинлектәр бар. Беҙҙе бер бөтөн итеп ҡабул итәсәктәр, беҙгә ҡараш та бөтөнләй икенсе буласаҡ. Консорциум — ул һөйләшеүҙәрҙе хөкүмәт кимәлендә алып барыу мөмкинлеге, ҡаты власть вертикале булдырылған илдәрҙә тап ошо бизнес алып барыуҙың төп шарты булып тора ла инде. Бөгөн предприятиеларыбыҙҙың береһе – Благовещен арматура заводы — Иранда үҙенең мөмкинлектәрен тәҡдим итә.
Артабан консорциумдың презентациялары Ҡазанда («Нефть. Газ. Нефть химияһы» XIX халыҡ-ара күргәҙмәһе, 5-7 сентябрь), Сочиҙа («Сочи-2012» XI халыҡ-ара инвестиция форумы, 20-27 сентябрь), Вьетнамда (2012 йылдың октябре) үткәреләсәк.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының яҡын киләсәктәге планында – төҙөлөш һәм авиация тармағы предприятиеларының консорциумдарын булдырыу, тип хәбәр иттеләр Палатаның матбуғат хеҙмәтенән.