Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Май 2012, 18:01
Быйыл көҙ Бәләбәйҙә бассейнлы балалар баҡсаһы асыласаҡ
Бәләбәйҙә 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә.
19 майҙа Бәләбәй районы буйынса эш сәфәре барышында бассейнлы балалар баҡсаһы төҙөлөшөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булып китте.
Социаль объекттың смета хаҡы - 128 млн һум. Бөгөнгө көндә бинаның стеналары күтәрелеп бөткән. Әле инженер селтәрҙәре һуҙыу һәм йылытыу системаһын монтажлау эштәре алып барыла.
Яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен 2012 йылдың 1 октябрендә асырға тейеш, тип көтөлә.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
бр президенты
эш сәфәре
балалар баҡсаһы
Читайте нас