04:56 (UTC+5), 17 Мая 2012

Рөстәм Хәмитов яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
16 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү һәм малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Видеоселектор Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев етәкселегендә үтте.
Кәңәшмә барышында Дмитрий Медведев губернаторҙар иғтибарын ауыл хужалығы етештереүселәрен страховкалау буйынса яңы системаны ғәмәлгә индереүгә йүнәлтте һәм, дәүләт ярҙамы күрһәтелеп, уңышты страховкалау буйынса системаның быйыл эшләй башларға тейешлеге хаҡында әйтте.
— Беҙ бығаса булмаған шарттарҙы ҡабул итәбеҙ, дәүләт страховка премияһы суммаһының яҡынса 50 процентын үҙе түләй, һәм киләсәктә был маҡсаттарға ашығыс рәүештә өҫтәмә аҡса эҙләргә тура килмәһен өсөн, губернаторҙарҙың быға айырыуса иғтибар бүлеүен теләр инем, - тине Рәсәй Хөкүмәте башлығы.
Шулай уҡ видеоселектор барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кредитлау мәсьәләһе тикшерелде. 2012 йылдың 10 майына ҡарата был өлкәлә кредит биреүҙең дөйөм күләме былтырғыға ҡарағанда 20-25 процентҡа түбәнерәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер.
— Ағымдағы йылдың беренсе кварталында баҫыу эштәренә бүленгән кредиттар буйынса уртаса ставка ике процентҡа, уртаса алғанда, 12 процентҡа тиклем артҡан. Был ҡыуаныслы хәл түгел, әлбиттә, - тине Дмитрий Медведев. Әлеге мәсьәлә буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика