08:00 (UTC+5), 17 Мая 2012

Михаил Бабич: «Волга буйы федераль округындағы нефть химияһы предприятиелары ил иҡтисадын үҫтерергә тейеш»

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөләге «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы бөгөнгө көндә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өлкәһендәге иң әһәмиәтле майҙансыҡ һанала. Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тап шулай тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ил иҡтисадын үҫтереү буйынса бер нисә төп бурысты билдәләгән. Был, иң элек, юғары квалификациялы эш урындары булдырыу, 2015 йылға инвестициялар күләмен кәм тигәндә 25 процентҡа арттырыу, юғары технологияларға нигеҙләнгән һәм энергияны күп тотоноусы иҡтисад тармаҡтарының продукцияһын арттырыу.
— Нефть химияһы комплексының Волга буйы федераль округы иҡтисады специализацияһының төп йүнәлештәре иҫәбенә инеүен иғтибарға алғанда, Волга буйы федераль округы предприятиелары ҡуйылған бурыстарға ирешеүгә ҙур өлөш индерергә тейеш һәм индерә ала, - тип билдәләне ул. – Округта бөгөн – илдә етештерелгән химия продукцияһының өстән бер өлөшө, ә айырым төрҙәре буйынса Рәсәйҙәге дөйөм күләмдең яртыһынан ашыуы етештерелә. Беҙҙә ярайһы ҙур сеймал базаһы тупланған, нефть запастары илдәге бөтә запастарҙың 13 процентын тәшкил итә. Волга буйы федераль округы предприятиелары нефтте тәрән эшкәртеү продукттарын индереү буйынса иң алдынғыларҙың береһе.
Михаил Бабич, 2020 йылға тиклем округты социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһы производство һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы ла үҙ эсенә ала, тип билдәләне.
— Нефть химияһы кластеры нигеҙен үҫтерергә кәрәк. Технологик сылбырҙағы нефть химияһы компанияларының барыһының да һөҙөмтәле эшмәкәрлек системаһын ентекләп уйларға һәм уны дөрөҫ ҡорорға кәрәк. Бик күп мәсьәләләр дәүләт яғынан әүҙем ярҙам күрһәтелеүен талап итә, — тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика