17:05 (UTC+5), 17 Май 2012

Дәүләт Думаһы «Ямал-Волга буйы» торбаһын төҙөү проектын хупланы

Әлфиә Шәрәфетдинова
«Көнбайыш Себер – Урал – Волга буйы» үткәргес торба төҙөлөшө — хәл ителгән мәсьәлә. Кисә РФ Дәүләт Думаһында 26 апрелдә үткән «Ер ҡуйынынан углеводород сеймалын сығарыуҙың заманса технологиялары: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына парламент тыңлауҙарының резолюцияһы раҫланды. Йомғаҡлау документында уның ҡатнашыусылары РФ Хөкүмәте менән РФ Федераль Йыйылышына Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округының был проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәрен хупларға кәңәш итте, ә бөгөн өс субъект башлыҡтары «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса нефть химияһы углеводород сеймалын транспортлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына ҡул ҡуйҙы. «Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, документҡа бөгөн Өфөлә асылған «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡул ҡуйылған.
Билдәләп китәйек, Көнбайыш Себер төбәгенең сеймал ресурстары нигеҙендә Волга нефть һәм газ химияһы кластерының нефть химияһы комплексын перспективалы үҫтереү комплекслы программаһын әҙерләү инициативаһы менән үрҙә күрһәтелгән төбәк башлыҡтары бер йыл элек сығыш яһағайны.
Парламентарийҙар фекеренсә, был үткәргес торба төҙөлөшөнөң проектын «2030 йылға тиклем Рәсәйҙең газ һәм нефть химияһын үҫтереү планы»на индерергә кәрәк. Парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар тейешле рекомендацияларын РФ Хөкүмәтенә йүнәлткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика