06:57 (UTC+5), 17 Мая 2012

Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса өс яҡлы килешеү төҙөнө

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды һәм Стратегик инициативалар агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа 16 майҙа Өфөлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, «Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды» идара компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Кирилл Дмитриев һәм «Стратегик инициативалар агентлығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының «Яңы бизнес» йүнәлеше директоры Артем Аветисян ҡул ҡуйҙы.
— Бөгөн Башҡортостан сит ил инвесторҙары менән әүҙем эшләй, әммә беҙ һәр саҡ дуҫтарса ярҙамға, эшлекле ярҙамға мохтаж, бындай проекттарҙа ныҡлы партнерҙар эҙләйбеҙ һәм, әлбиттә, Фондтың да, Агентлыҡтың да был йәһәттән беҙгә ярҙам итәсәгенә иҫәп тотабыҙ, - тип ҡунаҡтарҙы сәләмләне Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ яңы ҙур инвестицион проекттарҙы ҡабул итеү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Инвестициялар йәлеп итеүҙең ҙур һәм ауыр эш булыуын аңлайбыҙ. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалған да инде. Инвесторҙарға, һалымдар буйынса барлыҡ ташламалар менән файҙаланып, Башҡортостан Республикаһында бөтөнләй икенсе планда эшләргә мөмкинлек биргән заманса ҡануниәт булдырҙыҡ. Был эште дауам итәсәкбеҙ, беҙҙең закондарға төҙәтмәләр әҙерләнә. Бынан тыш, инвестицион инфраструктура булдырабыҙ: Үҫеш корпорацияһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уңышлы эшләй. Инвесторҙарға ярҙамға йәнә бер инструмент – Инвестиция фонды: быйыл ул яҡынса 400 миллион һум тәшкил итәсәк. Былтыр төп капиталға инвестициялар, 5,5 процентҡа артып, 185 миллиард һумға етте. Үткән йылда республика иҡтисадына яҡынса 300 миллион АҠШ доллары күләмендә туранан-тура инвестициялар йүнәлтелде. Был, бәлки, күп тә түгелдер, әммә 2010 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.
— Төбәктә ҙур инвестициялар йәлеп итеү буйынса нигеҙ булдырыу өсөн күп нәмә эшләнгән. Республикаға капитал һалыуҙа әүҙем ҡатнашырға теләр инек, - тине Кирилл Дмитриев. – Беҙҙе агросекторҙы, урман эшкәртеү сәнәғәтен, машиналар эшләү тармағын инвестициялау ҡыҙыҡһындыра.
— Барлыҡ көсөбөҙҙө ҡыҙыҡлы, киләсәкле проекттарға ярҙам итеүгә йүнәлтәсәкбеҙ, - тип билдәләне Артем Аветисян.
Республика ысынында ла проекттар менән дә, инвесторҙар менән дә эшләй белә, тип билдәләне ул.
Әлеге өс яҡлы килешеүгә БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә ҡул ҡуйылды, унда Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды һәм Стратегик инициативалар агентлығында ҡыҙыҡһыныу уятҡан проекттарҙың презентацияһы үтте.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йәмғеһе 52 проект эшләй (инвестицияларҙың дөйөм күләме – 300 миллиард һумдан ашыу). Уларҙы тулыһынса тормошҡа ашырыу яҡынса 40 мең яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика