Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2012, 16:44
Рөстәм Хәмитов Швейцария илсеһе Пьер Хельг менән осрашты
16 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөгә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пьер Хельг менән осрашты.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа, Швейцария менән Башҡортостан араһында юғары кимәлдә хеҙмәттәшлек булдырылған, шул уҡ мәлдә беҙҙең республика уны күп өлкәләрҙә киңәйтергә ниәтләй, тип билдәләнгән.
Белешмә өсөн. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Швейцарияның тышҡы тауар әйләнеше 102 млн АҠШ долларынан ашып киткән. Республиканың тышҡы тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Швейцария 22-се урын биләй. Башҡортостанда Швейцария капиталы ҡатнашлығында ойошторолған дүрт предприятие эшләй.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
бр президенты осрашыуҙары
Читайте нас