08:07 (UTC+5), 16 Мая 2012

Ильяс Мөниров: «Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар»

Любовь Колоколова
Башҡортостанда Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларын тәрәнәйтеү буйынса эштәр алып барырға кәрәк, сөнки йылғалар йыл һайын нығыраҡ һайый һәм уларҙың суднолар үткәреү һәләте кәмей. Был турала бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында барған онлайн-конференцияла БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, XX быуат башында суднолар Стәрлетамаҡҡа тиклем йөрөгән, Ағиҙел йылғаһының ярайһы ҙур өлөшө суднолар йөрөрлөк тәрәнлектә булған. Хәҙер иһә бөтөнләй икенсе хәлдәр күҙәтелә, һәм бында бер һауа шарттарын ғына ғәйепләп булмай. Йылғаларҙың һайығыуына, атап әйткәндә, йылға буйҙарынан ҡом-ҡырсынташ табыу ныҡ йоғонто яһай, ошоноң арҡаһында һыу ағышы әкренәйә. Шуға күрә бындай эштәрҙе башлар алдынан, уны техник-иҡтисади яҡтан нигеҙләү талап ителә.
Ильяс Мөниров Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү программаһы ҡабул ителеүен дә телгә алды. Ул суднолар паркын яңыртыуҙы, үҙәндәрҙе тәрәнәйтеү буйынса эштәрҙе күҙаллай. Программала ҡаралған йүнәлештәрҙең береһе – Ағиҙел ҡалаһында «йылға-диңгеҙ» класындағы суднолар инә алырлыҡ порт төҙөү. Ағиҙелдән Балтика, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ бассейндарына тура сығыу мөмкинлеге бар, был проекттың перспективалы булыуы ошоноң менән аңлатыла ла инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика