05:43 (UTC+5), 15 Мая 2012

«АльстомРусГидроЭнерджи» Өфөлә завод төҙөй башланы

Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин
Кисә Өфөлә гидротехник ҡоролмалар етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. Был Башҡортостандағы энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркының тәүге предприятиеһы. Предприятиеға нигеҙ ташы һалыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Сечин, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «РусГидро» идараһы рәйесе Евгений Дод һәм «Альстом» компанияһының яңынан тергеҙелә торған энергетика секторы президенты Жером Пекресс ҡатнашты.
Проект презентацияһын «РусГидро» идараһы рәйесенең тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Кушвид һәм «Альстом» компанияһының Рәсәйҙәге вәкиллеге башлығы Андрей Лавриненко үткәрҙе. Яңы завод бәләкәй һәм урта гидроэлектростанциялар өсөн ҡорамалдар етештерәсәк.
2014 йылда – беренсе продукция сығарыласаҡ, ә 2016 йылда предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә.
Проекттың үҙенсәлеге производствоның Өфөлә урынлашыуынан тыш, «Альстом» компанияһының Рәсәйҙе заманса технологиялар менән тәьмин итеүендә лә. Йылына ике тапҡыр ноу-хау исемлеге тулыландырылып торасаҡ.
Яңы производство төҙөлөшөнә яҡынса 100 миллион евро тотоноу планлаштырыла. Завод барлыҡ экологик талаптарға ярашлы төҙөләсәк.
Бынан тыш республикала өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, предприятиеға инженерҙар республиканың техник юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар араһынан һайланасаҡ. Төҙөлөп ятҡан завод хеҙмәткәрҙәренә белем биреүгә генә 134 миллион һум бүленгән.
— Бөгөн – Рәсәй энергетикаһы һәм Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға, - тип билдәләне Игорь Сечин предприятиеға нигеҙ ташы һалыу тантанаһында. – Яңы производство йөҙөндә Рәсәй йәнә бер заманса ойошмаға эйә буласаҡ һәм БДБ илдәрендә генә түгел, өсөнсө илдәр баҙарында ла лайыҡлы урын аласаҡ. Был Рәсәй энергетикаһына етди импульс бирәсәк.
Республика башлығы предприятие төҙөү өсөн урындың уңышлы һайланыуын билдәләне.
— Был проект беҙҙең илдә генә түгел, донъя кимәлендә лә иҡтисади йәһәттән һөҙөмтәле, мөһим, кәрәкле булһын өсөн республика бар көсөн һаласаҡ. Предприятие өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырасаҡбыҙ, һалымдар буйынса ташламалар менән тәьмин итәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов республиканың кадрҙар йәһәтенән яҡшы компетенцияларға эйә булыуын билдәләне. Алдынғы вуздар авиатөҙөлөш, энергетика, машиналар эшләү, компьютер технологиялары өсөн белгестәр әҙерләй. Был мөмкинлектәр әлеге предприятие төҙөүҙә файҙаланыласаҡ.
Башҡортостан Президенты Франциянан республикаға эшкә килгән белгестәр өсөн лайыҡлы мәҙәни мөхит булдырыласағын билдәләне.
Проект презентацияһы тамамланғас, Игорь Сечин менән Рөстәм Хәмитов республиканың эре предприятиеларының береһе - Өфө трансформатор заводына юлланды.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика