Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2012, 13:46
Башҡортостанда иҡтисадҡа кредиттар күләме арта
2012 йылдың беренсе кварталында Башҡортостан иҡтисадына бирелгән кредиттар суммаһы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 15 процентҡа артты. Тәүге өс ай йомғаҡтары буйынса уларҙың дөйөм күләме 140,8 млрд һумға етте, тип хәбәр иттеләр БР Милли банкының матбуғат хеҙмәтендә. Иҡтисадҡа кредиттар буйынса бурыстың ҡалған өлөшө 2012 йыл башынан 7,6 процентҡа артып, 1 апрелгә ҡарата 388,4 млрд һумды тәшкил итте. Милли банкта билдәләүҙәренсә, бурыстар сифаты ла яҡшырған: түләү ваҡыты сыҡҡан бурыстар өлөшө йыл башындағы 4,5 проценттан 4,2 процентҡа кәмегән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда иҡтисадты үҫтереүгә бирелгән кредиттар буйынса срогы сыҡҡан бурыстарҙың сағыштырма ауырлығы квартал эсендә 0,1 процентҡа артып, 1 апрелгә ҡарата биш процентты тәшкил итә.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
кредиттар
Читайте нас