Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2012 йылға республика бюджеты средстволары ҡатнашлығында күп фатирлы йорттарҙа капремонт үткәреү буйынса республика адреслы программаһын әҙерләй. Унда йәмғеһе 57 муниципаль берәмек ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһында.
Программала был маҡсатҡа 450 млн һум йүнәлтеү ҡаралған. Уның төп өлөшөн – 300 млн һумды — республика бюджеты индерәсәк. Муниципаль берәмектәр был суммаға яҡынса 130 млн һум өҫтәһә, 20 млн һумды фатир хужалары индерергә тейеш.