11:49 (UTC+5), 12 Мая 2012

Интернетта «Урал аръяғы – 2012» инвестфорумы үҙ битен асты

Әлфиә Шәрәфетдинова
«Урал аръяғы – 2012» инвестфорумы интернетта үҙ битен булдырҙы. Дөйөм Рәсәй күләмендәге сара 8-9 июндә Сибайҙа үтәсәк.
— Инвестфорум сайтында һәр кеше саралар буйынса көнүҙәк мәғлүмәт, шул иҫәптән форум программаһын, аккредитация үтеү өсөн бәйләнеш телефондарын һәм һуңғы яңылыҡтарҙы таба ала, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Форум программаһы уның «25-20» стратегияһы»: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары» кеүек яңғыраған төп темаһына ярашлы әҙерләнгән һәм пленар ултырышты, экспозицияны һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙе үҙ эсенә ала.
— Һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәте алып барыу технологиялары тураһында профессиональ диалог ойоштороу, 2020 йылға илдә 25 миллион юғары етештереүсәнлекле эш урындары булдырыуға һәм уларҙы яңыртыуға йүнәлтелгән «25-20 стратегияһы»н ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, шулай уҡ «субрегион – төбәк – Рәсәй Федерацияһы» кимәлендә тейешле моделле ҡарарҙар эшләү сығарыу — форумдың төп маҡсаты, — тип аңлата ойоштороусылар.
Форум эшендә федераль һәм төбәк власы органдарының, бизнес структураларының, йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәре, ғалимдар һәм эксперттар – йәмғеһе 250-ләгән кеше ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика